+15 °С
Облачно
Билдәле булыуынса, "Ирәндек" башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды Урал аръяғы райондарының ат һөйөүселәре араһында эйәр, йүгән, нуҡта, ышлыя, ҡамыт, дуға, ыңғырсаҡ, дилбегә эшләү буйынса видеоконкурс иғлан иткәйне.
"Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар" исемле бәйгегә иң беренсе булып Иҫке Сибайҙан Гүзәл Шөгөрова ҡушылғайны.Бөгөн инде сираттағы конкурсанттың эштәрен тәҡдим итәбеҙ.Ул - Учалы районы Илтабан ауылынан Сәғит Фәхритдинов. Сәғит Сабит улы махсус оҫтаханаһында ат кәрәк-яраҡтары эшләй, бының өсөн бөтөн шарттар тыуҙырған.Видеояҙманы ҡарағыҙ.
Учалы оҫтаһының эштәре ысын мәғәнәһендә һоҡланыу тыуҙыра.Афарин!