+9 °С
Облачно


Плей-офф уйындарының икенсе раунды старт алды.Бөгөн Силәбелә урындағы "Трактор" һәм Башҡортостандың "Салауат Юлаев" командалары үҙ серияһын башланы.Күп белгестәр алдан уҡ өҫтөнлөктө "Трактор"ға бирһәләр ҙә, "юлаевсылар" һис тә һынатманы, бик тә үҙенсәлекле, дөрөҫ, оҫта уйын күрһәтте.Силәбе хоккейсыларының көслө ҡыҫымына ҡарамаҫтан, беҙҙең команда уны йырып сыға алды.Берҙән-бер шайбаны Степан Санников индерҙе.Командабыҙ һаҡсылары ла, һөжүмселәре лә, голкипер ҙа һоҡланғыс уйын күрһәтте.
Алға, "Салауат"!