+21 °С
Облачно


Урғаҙа ауылы мәктәбендә 5-се класс уҡыусылары артабан кадеттар булып һаналасаҡ. Был тантаналы сараға уҡыусылар ҙур тулҡынланыу менән алдан әҙерләнде. Кадеттарға яҡшы уҡыу, спортта юғары күрһәткестәргә өлгәшеү, Тыуған илебеҙҙең ысын улдары һәм ҡыҙҙары булыу талабы ҡуйыла. Уҡыусыларҙың хәрби ант биреүе иң тулҡынландырғыс мәл булды.