+20 °С
Ясно


Баймаҡ ҡалаһының "Нәсихәт" мәсетендә ике көн дауамында Мысырҙың ислам дине буйынса докторы, шейх Абуәхмәт Абдулмоталип Урал аръяғы райондарының дин әһелдәре өсөн форум ойошторҙо.Уны Өфөләге Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсә мөғәллиме Иршат хәҙрәт Хәйбуллин оҙатып йөрөнө.
Осрашыуҙа шейх ислам дине нигеҙҙәре буйынса дәрестәр бирҙе, лекциялар уҡыны, диндарҙарҙың күп һанлы һорауҙарына яуап бирҙе.Әйткәндәй, билдәле ғалим әле Өфөләге мәҙрәсәлә дәрестәр бирә, Баймаҡҡа ул район мөхтәсибәтенең саҡырыуы буйынса килгән.