Новости
16 Марта 2022, 13:30

Өфөгә мэр тәғәйенләнде

Бөгөн Өфө ҡала Советының сираттан тыш ултырышында хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Ратмир Мәүлиев рәсми рәүештә Башҡортостандың баш ҡалаһы мэры итеп тәғәйенләнде.

Өфөгә мэр тәғәйенләндеӨфөгә мэр тәғәйенләнде
Өфөгә мэр тәғәйенләнде

Бөгөн Өфө ҡала Советының сираттан тыш ултырышында хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Ратмир Мәүлиев рәсми рәүештә Башҡортостандың баш ҡалаһы мэры итеп тәғәйенләнде. Уның кандидатураһы өсөн 31 депутат тауыш бирҙе.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы, конкурс комиссияһы рәйесе Урал Килсенбаев һүҙҙәренсә, конкурста ҡатнашыу өсөн 8 кандидат документ тапшырған. Ратмир Мәүлиевтан тыш, «102тендер.ру аутсорсинг агентлығы» директоры Азамат Ғәлин, «Уфагорсвет» предприятиеһы директоры Илдар Чанышев һәм Йәшелсә-емеш продукцияһы импортёрҙары ассоциацияһы вице-президенты, ҡала Советы депутаты Артур Шәйнуров һайлап алынған. Урал Килсенбаев кандидаттарҙың биографияһы һәм конкурс комиссияһы йомғаҡтары буйынса һәр береһенең рейтингы менән таныштырҙы.

«Бөгөн – Башҡортостандың баш ҡалаһы өсөн мөһим көн. Өфөнө йәшәү өсөн уңайлы ҡала итеп күрәм. Баш ҡала менән идара итеү алымдарын үҙгәртергә ваҡыт етте. Ҡалаға заманса медицина кәрәк, Өфө йәшел баш ҡала статусын раҫларға тейеш. Хәбиров командаһының төп маҡсаты – халыҡтың лайыҡлы йәшәү кимәлен тәьмин итеү», – тине Ратмир Мәүлиев ҡала Советы депутаттары алдындағы сығышында.

Ул шулай уҡ эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү, тикшереүҙәрҙе кәметеү һәм халыҡ менән даими аралашыу хаҡында белдерҙе.

Белешмә:

Ратмир Мәүлиев 1989 йылдың 14 авгусында Нефтекамала тыуған. 2011 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған (юрист). Шул уҡ йылда Мәскәүҙә халыҡ-ара юғары бизнес мәктәбендә ҡайтанан әҙерлек үткән. 2014 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетында уҡып сыҡҡан.

Ул шәхси эшҡыуар булып эшләгән, Татарстанда муниципаль район башлығы кәңәшсеһе булған. 2019 йылдың мартында Нефтекама хакимиәте башлығы итеп һайланған. 14 февралдән Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарҙы.

Сығанаҡ - Башинформ 

Өфөгә мэр тәғәйенләнде
Өфөгә мэр тәғәйенләнде
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас