+29 °С
Облачно


Баймаҡта ял көндәрендә булған буран эҙемтәләре менән көрәш дауам итә. Айырыуса “Көньяҡ”, “Малыш”, “Кәкреауыл” биҫтәләренә Ҡыш бабайҙың “һуңғы сәләме” (шуның менән хушлашыр тип өмөтләнәбеҙ) ҡаты булды. Ҡайһы бер урамдарҙа көрттәрҙең бейеклеге 3 метрға барып етте. Кешеләрҙең тәҙрә, ҡапҡалары ғына түгел, тышта ултырған машиналар ҙа ҡар аҫтында ҡалды. Әлеге ваҡытта “ҡорос аттарҙы” көрт аҫтынан сығарыу эштәре дауам итә.
Баймаҡ юлсылары оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, әлеге ваҡытта Иҫән, Күсей йүнәлештәрендә лә юлдарҙы асыу эштәре дауам итә.
Гүзәл Иҫәнгилдина.