+20 °С
Дождь


Һуңғы осорҙа халыҡтың магазиндарға ябырылып, тоҡлап-тоҡлап шәкәр, он, төрлө ярма, көнбағыш майын күпләп һатып алыуҙарына шаһитбыҙ.Шуны ғына көткәндәй, эшҡыуарҙар һәм алыпһатарҙар кинәт кенә бөтә төр аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы күтәреп тә ебәрҙе.Шулай булһа ла туҡтамайбыҙ - һаман запас йыйыуҙы дауам итәбеҙ.Ошо хәлгә БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов бына шундай аңлатма бирҙе:
-Шәкәр келәттәрҙә тулып ята.Һөт, ит, көнбағыш майы һәм башҡа аҙыҡ-түлек тә Башҡортостанда артығы менән етештерелә, бында борсолорға бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ.Халыҡ үҙе күпләп һатып алып, яһалма дефицит тыуҙыра.Тауарға ихтыяж булғас, эшҡыуарҙар хаҡты ла күтәрә.Әгәр ҙә аҙыҡ-түлеккә һорау кәмеһә, тәбиғи, хаҡтар ҡа төшәсәк.