Новости
15 Марта 2022, 06:30

Алтын сығарыусыларҙың эше туҡтатылды

"Баймаҡ районында "Таналыҡ" һәм "Граф" предприятиеларының эше туҡтатылды", — тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов оператив кәңәшмәлә.

Алтын сығарыусыларҙың эше туҡтатылдыАлтын сығарыусыларҙың эше туҡтатылды
Алтын сығарыусыларҙың эше туҡтатылды

Башҡортостандың ике районында дүрт алтын табыу компанияһының эшмәкәрлеге туҡтатылды.

«Учалы районында — «Альтинвест», «Баширемельресурс», Баймаҡ районында «Таналыҡ» һәм «Граф» предприятиеларының эше туҡтатылды», — тине Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов дүшәмбе оператив кәңәшмәлә.

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һуңғы ике компанияның эшмәкәрлегенән зыянды бөтәһе 1 миллиард һумдан ашыуға баһаланы.

Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районында Оло Толпаҡ күлендә ҡом-ҡырсынташ карьерын эшкәртеү туҡтатылды.

Күлгә урындағы әһәмиәттәге тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелде.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас