Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
12 Марта 2022, 10:15

Йәрминкәлә хаҡтар үҙгәрмәне

Бөгөн Башҡортостандың ҡала һәм райондарында ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте.Ә бына беҙҙең районда ул үткән аҙнанан алып ойошторола.

Йәрминкәлә хаҡтар үҙгәрмәнеЙәрминкәлә хаҡтар үҙгәрмәне
Йәрминкәлә хаҡтар үҙгәрмәне

Ауыл хужалығы йәрминкәһен баймаҡтар һәр саҡ көтөп ала һәм үҙҙәренә кәрәкле сифатлы ризыҡ-тауарҙы һатып ала.Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәриповтың тәҡдиме менән йәрминкәләр хәҙер һәр аҙнаның шәмбеһендә үткәрелә.

Бөгөн йәрминкәлә шәхси хужалыҡтар һәм эшҡыуарҙар ит (килограмы 350-450 һум), балыҡ (100-400 һум), картуф (биҙрәһе 350 һум), һөт ризыҡтары тәҡдим итте.Баймаҡтан эшҡыуар Л.Мастерованың ветаптекаһы үҙенең тауарҙарын сығарҙы.Әлбиттә, аҙыҡ-түлек ҙур һорау менән файҙаланды, айырыуса итте күпләп һатып алдылар.

Ярылған утын, рулонлы бесән дә алырға мөмкин ине.Һуңғыһын Ғафури районынан алып килгәндәр, бер рулоны - 3 мең һум.

Баҙарға сығып, кемгәлер аҡса түләгәнсе, йәрминкәлә буш урын алып сауҙа итеү күпкә отошлораҡ, әлбиттә.Көндәр йылыныу менән сауҙа итеүселәр ҙә, һатып алыусылар ҙа бермә-бер артасаҡ.Сөнки халыҡҡа шикле сит ил продукцияһы түгел, ә сифатлы үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек кәрәк.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас