Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
12 Марта 2022, 10:35

Шәкәрҙе ситкә ебәреү туҡтатылды

Дефицит булдырмау һәм хаҡты тотоу өсөн Башҡортостан шәкәрҙе башҡа төбәктәргә сығарыуҙы туҡтата

Шәкәрҙе ситкә ебәреү туҡтатылдыШәкәрҙе ситкә ебәреү туҡтатылды
Шәкәрҙе ситкә ебәреү туҡтатылды

Башҡортостан властары шәкәр заводтары менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә продукция оҙатыуҙы ваҡытлыса туҡтатыу тураһында һөйләшеп килеште. Татлы аҙыҡ етештереүселәр властарға ҡаршы килмәне һәм ваҡытлыса республика баҙарына йүнәлеш алырға ризалашты.

«Ретейлерҙар билдәләүенсә, һуңғы дүрт көндә шәкәргә һорау – 2,3, ә ҡайҙалыр 5 тапҡырға артҡан, – тип белдерҙе Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. – Һүҙ дефицит хаҡында бармай, күп етештереүселәр тауарҙы ваҡытында килтереп, бушатып өлгөрмәй. Шул уҡ ваҡытта ретейлерҙар ихтыяжды тәьмин итеү өсөн шәкәр һатып алыу күләмен бер нисә тапҡырға арттырҙы».

Әйткәндәй, Башҡортостан – сөгөлдөр шәкәре етештереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Былтыр республикабыҙҙың ошо продукт менән үҙ-үҙен тәьмин итеү кимәле 200% еткән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас