Новости
12 Марта 2022, 11:05

Көньяҡҡа осмайбыҙ әлегә

Сикләү 20 мартҡа тиклем оҙайтылды

Көньяҡҡа осмайбыҙ әлегәКөньяҡҡа осмайбыҙ әлегә
Көньяҡҡа осмайбыҙ әлегә

Рәсәй авиавластары илдең көньяғына осоуға бәйле сикләүҙе 20 мартҡа тиклем оҙайтты, тип белдерҙеләр Транспорт министрлығынан.

24 февралдә Рәсәйҙең көньяҡ аэропорттарына осоу тыйылды, тәүҙә сикләү 2 мартҡа, һуңынан 8, 14 мартҡа тиклем ғәмәлдә булды. Анапа, Белгород, Брянск, Воронеж, Геленджик, Краснодар, Курск, Липецк, Дондағы Ростов, Симферополь һәм Элиста аэропорттары эшләмәй. Украина һәм Белоруссия менән көнбайыш сигендә һауа киңлеге ябылды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас