+9 °С
Облачно


Ял көндәрендә республиканың ҡайһы бер райондарында 28 градусҡаса һыуыта, тип хәбәр итте Башҡортостан синоптиктары.
Шәмбе көндөң яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә, көньяҡ райондарҙа бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көнбайышҡа күсеүсән талғын.
Һауа температураһы төндә -15, -20, аяҙытҡанда -23, -28 градус. Көндөҙ -5,-10 градус, урыны менән 15 градусҡа тиклем һалҡын була.
Йәкшәмбе һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ, көньяҡ райондарҙа бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көнбайышҡа күсеүсән талғын.
Һауа температураһы төндә -15,-20, аяҙытҡанда -23, -28 градус. Көндөҙ -5,-10 градус, урыны менән 15 градусҡаса һалҡын.