+22 °С
Ясно


Баймаҡтан Гөлнара менән Рәмил Байрамғоловтар етәкләгән фермер хужалығы ҡошсолоҡ миҙгелен аса - бөгөн бында 27 мартта бройлер себештәренең тәүге партияһын сығарыу өҫтөндә эш бара.
Әйтергә кәрәк, предприятие яңы миҙгелгә яҡшы әҙерләнде, барлыҡ ветеринар-санитар талаптар үтәлде, ағымдағы ремонт эштәре атҡарылды.Коллектив быйыл да район һәм төбәк халҡын сифатлы һәм арзан продукцияһы менән ҡыуандырмаҡсы.
Әле предприятиела сығарыласаҡ бройлер себештәренә алдан түләүҙәр ҡабул ителә, унан халыҡ ағымы өҙөлмәй.Байрамғоловтар быйыл да төрлө акциялар үткәрергә ниәтләй.Иң мөһиме - улар халыҡ мәнфәғәтендә эшләй!