+22 °С
Ясно


Көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы юлдағылар өсөн хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә насар эшләгән транспорт менән юлға сыҡмағыҙ, тип иҫкәртә МЧС хеҙмәткәрҙәре. Абҙаҡ ауылына етмәҫ бер машина бөгөн төндә двигателе эшләмәй, туҡтап ҡала. Машинала бәләкәй бала ла була. МЧС хеҙмәткәрҙәре ғаиләне ҙур бәләнән ҡотҡарып ала.
Бөгөнгө төн дә һыуыҡ буласаҡ, ти синоптиктар. Шуға күрә юлдарҙа һаҡ булығыҙ!