Новости
4 Марта 2022, 10:30

Легионерҙар "ҡасты".Еңеүгә өмөт бармы?

"Салауат Юлаев" командаһында уйнаусы сит ил хоккейсылары тыуған яҡтарына ҡайтып китте

Легионерҙар "ҡасты".Еңеүгә өмөт бармы?Легионерҙар "ҡасты".Еңеүгә өмөт бармы?
Легионерҙар "ҡасты".Еңеүгә өмөт бармы?

Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, "Салауат Юлаев" хоккей командаһында уйнаған барлыҡ легионерҙар, һуңғы осорҙағы хәл-ваҡиғалар менән бәйле, контракттарын өҙөп тыуған яҡтарына ҡайтып китте.Баш тренер Томи Лямся ғына ҡалды - уныһының бөгөн-иртәгә ҡайтыуы ихтимал.

Легионерҙарҙың тыуған яҡтарына юлланыуы иң хәл иткес осорҙа - плей-офф мәлендә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырыуы мөмкин.Команданы хәҙер өр-яңынан тиерлек төҙөргә кәрәк буласаҡ.

Күрше тауығы ҡаҙ булып күренә, тигәндәй, беҙҙең команда етәкселеге легионерҙарға өҫтөнлөк биреп, уларға миллионлап аҡса түләп, ныҡ яңылышты.Бик шәп һөҙөмтә күрһәткән баш тренер Николай Цулыгинды алып, урынына сит ил тренерын ултырттылар.

Бөгөн "Салауат Юлаев" "Сибирь" командаһы менән икенсегә осраша.Әлегә беҙ 1:0 иҫәбе менән еңеп киләбеҙ.Бөгөнгө осрашыу команданың ныҡлығын, үҙебеҙҙең уйынсыларҙың оҫталығын һынаясаҡ.

Минеңсә, легионерҙарһыҙ ҙа "Салауат Юлаев" был серияла еңеүгә өлгәшергә тейеш.Үҙебеҙҙең сит ил уйынсыларынан бер ҙә кәм булмаған хоккейсыларыбыҙ бар.Ана шуларға өҫтөнлөк бирһәк, ышаныс күрһәтһәк, күберәк аҡса түләһәк, әллә ҡасан уҡ Гагарин кубогын яулаған булыр инек.Хартикайнен кеүектәргә йылына миллионлап түккән аҡсаны республиканың ҡала һәм ауылдарында хоккейҙы үҫтереүгә бүлһәк, әллә ҡасан үҙебеҙҙең шәп уйынсылар үҫеп сығыр ине...

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас