+13 °С
Облачно


Заһит Ҡашҡаров етәкләгән Ишмырҙа ауыл биләмәһе "Сәләмәт ауыл" район конкурсында әүҙем ҡатнашты һәм 1-се урынды яулап, диплом, 30 мең һум күләмендә аҡсалата сертификат менән бүләкләнде.
Йыл йомғаҡтарына арналған тантанала Заһит Мәүлетдин улына урындағы үҙидараны үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн "Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр советы" ассоциацияһының Рәхмәт хаты тапшырылды.