Новости
4 Марта 2022, 09:09

Ишмөхәмәттәр өлгө күрһәтә

Ауыл биләмәһе "Айыҡ ауыл", "Сылтыр шишмә" конкурстарында әүҙем ҡатнашып, ҙур еңеүҙәр яуланы

Ишмөхәмәттәр өлгө күрһәтәИшмөхәмәттәр өлгө күрһәтә
Ишмөхәмәттәр өлгө күрһәтә

Илнур Ишмөхәмәтов етәкләгән Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе "Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсының район этабында, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән "Сылтыр шишмә" акцияһында әүҙем ҡатнашты.Ишмөхәмәт ауылы был конкурстарға районда иң беренселәрҙән ҡушылып, баштан уҡ маҡсатлы эш алып барҙы, ҙур һөҙөмтәләргә иреште.Төрлө сараларҙа, өмәләрҙә халыҡ әүҙем ҡатнашты.Һөҙөмтәлә ишмөхәмәттәр "Айыҡ ауыл" конкурсында лайыҡлы рәүештә 2-се урынды яуланы."Сылтыр шишмә" конкурсы йомғаҡтары буйынса ла еңеп сыҡты - 2-се дәрәжә диплом һәм 20 мең һум күләмендә аҡсалата сертификат менән бүләкләнде.Ишмөхәмәттәр былтыр 9 шишмәне кәртәләп алды.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас