Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
4 Марта 2022, 12:20

Һеҙ һораған инегеҙ

Айыуҙарға һунар итергә рөхсәт биргәндәр, тип ишеткәйнем. Был ысын хәбәрме? Яуап бирәбеҙ...

Һеҙ һораған инегеҙҺеҙ һораған инегеҙ
Һеҙ һораған инегеҙ

Айыуҙың ташланыуы ла бар

- Айыуҙарға һунар итергә рөхсәт биргәндәр, тип ишеткәйнем. Был ысын хәбәрме?

- Эйе, ысынлап та республикала айыуҙарға һунар итеүгә рөхсәт бирелә башланы. Рөхсәт ҡағыҙы 25, 5 мең һум тора. Уны БР һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһында алырға мөмкин. Айыуға һунар итергә 21 марттан 10 июнгә тиклем рөхсәт бирелә. Айыуҙарҙы атыу Архангель, Асҡын, Баймаҡ, Балаҡатай, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Йылайыр, Ҡараиҙел, Нуриман, Салауат, Тәтешле, Учалы, Хәйбулла, Яңауыл райондарында рөхсәт ителде. Рөхсәт ҡағыҙы булмайынса һунар итеүселәргә енәйәти яза ҡаралғанын онотмағыҙ.

Шуны ла хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, былтыр апрелдә Ҡариҙел районында ике ир айыуҙы күреп ҡала һәм машинанан сығып йәнлекте яҡыныраҡ ҡарарға була. Айыу шунда уҡ уларҙың береһенә ташлана. Икенсе ир йәнлекте монтировка тотоп, ҡурҡыныс итеп ҡысҡырып, көскә баҫтырып ебәрә. Шуға күрә айыуҙарға яҡын барырға ярамауы хаҡында онотмағыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас