Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
4 Марта 2022, 04:20

Буран да булырмы?

Төндә бер аҙ епшек ҡар, көндөҙ епшек ҡар яуа. Урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, буран, юлдарға көрт һалыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә...

Добавить в предпочтительные источники Google
Буран да булырмы?Буран да булырмы?
Буран да булырмы?

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуа, боҙлауыҡ була. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын.

Һауа температураһы төндә -4,-9 градусҡа тиклем түбәнәйә, аяҙытҡанда 15 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ -2,-4 градус йылы була. Республиканың таулы райондарында һауа +6 градусҡаса йылына.

5 мартта төндә бер аҙ епшек ҡар, көндөҙ епшек ҡар яуа. Урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, буран, юлдарға көрт һалыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, иртән һәм көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә -3,-8 градус. Көндөҙ +1,-4 градус.

Автор:Гузель Салихова