Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
28 Февраля 2022, 06:15

Ҡышты оҙатабыҙмы?

Был аҙнала 4 градусҡа тиклем йылытасаҡ...

Ҡышты оҙатабыҙмы?Ҡышты оҙатабыҙмы?
Ҡышты оҙатабыҙмы?

Был аҙнала Башҡортостанда көндөҙ 4 градусҡаса йылыта, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, ҡыштың һуңғы көнөндә – 28 февралдә республикала аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ, иртән юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан секундына 0-5 метр.

Һауа температураһы көндөҙ -2-нән 3 градусҡаса йылы.

Яҙҙың тәүге көнөндә – 1 мартта ла яуым-төшөм көтөлмәй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Һауа температураһы төндә - 5,-10 градус һалҡын, аяҙытҡанда –15 градусҡа тиклем. Көндөҙ иһә -1-ҙән 4 градусҡаса йылы.

2 мартта Башҡортостанда һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Яуым-төшөмһөҙ, ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Һауа температураһы төндә -5,-10 градус һалҡын, аяҙытҡанда минус 15-кә тиклем. Көндөҙ -1, +4 градус.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас