Новости
25 Февраля 2022, 05:30

Көндәр тағы ла йылынасаҡ

Был февралдең күңеле нескә булып сыҡты...

Көндәр тағы ла йылынасаҡКөндәр тағы ла йылынасаҡ
Көндәр тағы ла йылынасаҡ

Алдағы биш көндә Рәсәй биләмәһендә аномаль йылы һауа торошо фаразлана. Ай аҙағына тиклем һәм марттың тәүге көндәрендә Рәсәй биләмәһендә температура норманан юғарыраҡ була. Әгәр илдең Европа өлөшөндә алдағы биш көндә аномалиялар плюс дүрт-биш градус булһа, Көнбайыш Себерҙә, Красноярск крайында — плюс һигеҙ градус, ә иң ҙур аномалиялар — Чукоткала.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса,

йома, 25 февралдә, көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +3,-2 градус.

Шәмбе, 26 февралдә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -8,-13, көндөҙ +1,-4.

Йәкшәмбе, 27 февралдә, төньяҡ райондарҙа бер аҙ епшек ҡар яуа, ҡалған биләмәлә яуым-төшөм юҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә -6,-11, көндөҙ +1,-4.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас