+19 °С
Облачно
"Салауат Юлаев" командаһының уйынсыһы 20 йәшлек Родион Руслан улы Әмировтың башында яман шеш табылған. Салауат ҡалаһында тыуып үҫкән егет табиптарға уйында алған йәрәхәте менән барып эләгә. Медицина тикшереүҙәре барышында уның башында яман шеш табыла. Әлеге ваҡытта ул Германияла дауалана. "Төрлө ауырыуҙар менән көрәшкән кешеләр бар. Мин дә һаулығым һәм киләсәгем өсөн ныҡ буласаҡмын!"-тип белдерҙе Родион.
Беҙ ҙә уға һауығып, яңынан уйындарға ҡайтыуын теләйбеҙ.