Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
24 Февраля 2022, 10:00

Самолеттар әлегә осмаясаҡ

Бер нисә ҡалаға осоу ваҡытлыса тыйылды. Был Украиналағы хәлдәргә бәйле...

Самолеттар әлегә осмаясаҡСамолеттар әлегә осмаясаҡ
Самолеттар әлегә осмаясаҡ

Украиналағы хәлгә бәйле, 2022 йылдың 24 февраленән Рәсәйҙең көньяғындағы бер нисә аэропортҡа осоу ваҡытлыса сикләнде.

Был турала Федераль һауа транспорты агентлығы хәбәр итте.

Сикләү 2022 йылдың 2 мартына тиклем ғәмәлдә була.

Ростов (Платов), Краснодар (Пашковский), Анапа (Витязево), Геленджик, Элиста, Ставрополь, Белгород, Брянск, Орел, Курск, Воронеж, Симферополь аэропорттарының эше ваҡытлыса туҡтатылды.

Билдәле булыуынса, Өфө аэропортында Дондағы Ростовҡа рейс туҡтатылды. Платов аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, авиация властарының көньяҡ һауа киңлеген файҙаланыуҙы тыйыуына бәйле, Дондағы Ростовҡа осҡан өс иртәнге рейс запас аэродромдарға төштө. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас