Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
24 Февраля 2022, 17:04

Халыҡ һөйөүен яуланы

Белорет районынан Алик Юлышев барыһын да хайран итте

Белорет районының Әхмәр ауылынан Алик Юлышев һуңғы аҙналарҙа Башҡортостанда иң билдәле кешеләрҙең береһенә әүерелде тиһәк тә хата булмаҫ.Социаль селтәрҙәр уның өҙҙөрөп гармунда уйнап, йырҙар башҡарыуындағы видеолар менән тулды.Һис шикһеҙ,бик тә талантлы, халыҡсан моңо, үҙенә генә хас башҡарыу оҫталығы булған егет.Уның таланты милләттәштәребеҙҙе хайран итте.Ә бына республика кимәлендә билдәле йырсы, композитор, башҡорт йырҙары буйынса белгес һәм тәнҡитсе Рәмил Париж улы Туйсин Алик тураһында ниндәй фекерҙә икән: "Был - шәп, моңло, хатта ки күңел зары менән йырлаусы егет.Бер кемде лә ҡабатламай, тик үҙе булып, көсәнмәйенсә, йөрәге ҡушҡанса ғына йырлай.Шул уҡ ваҡытта шәп гармунсы ла.Бармаҡтарынан килә көйө, йырлағандағы һымаҡ еңел уйнай, көслө музыкант тип әйтер инем, халыҡ музыканты".

Бына шундай юғары баһа бирә был егеткә билдәле белгес.Ижади ҡомарың һүрелмәһен, халыҡты үҙенсәлекле моңоң менән артабан да ҡыуандыр, Алик!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас