+19 °С
Облачно
Бөгөн Баймаҡ агросәнәғәт колледжында тарихи ваҡиға булды. Бер төркөм егеттәр тантаналы шарттарҙа, ант биреп, кадет исемен алды. Был хаҡтағы бойороҡто колледж директоры Илдус Зәйнуллин уҡып ишеттерҙе.
Егеттәр ант биргәндән һуң уларҙы район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов, мәғариф ветераны, егеттәрҙе хәрби серҙәргә өйрәткән Рим Исҡужин һб мәртәбәле ҡунаҡтар, ата-әсәләр тәбрикләне.
Агросәнәғәт колледжы уҡытыусыһы Юлиә Абдрахманова: "Был минең төркөм егеттәре. Улар аҡыллы, тырыш булыуҙары менән айырыла. Мин улар менән бик тә ғорурланам"-тип йылмайҙы.
Уңыштар һеҙгә, егеттәр! Тыуған еребеҙҙең батырҙары булып йәшәгеҙ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.