Новости
21 Февраля 2022, 07:10

Тырышып уҡы! Аҡсаһы ла булыр!

Башҡортостан Башлығы стипендиаттарына түләүҙәр арта

Тырышып уҡы! Аҡсаһы ла булыр!Тырышып уҡы! Аҡсаһы ла булыр!
Тырышып уҡы! Аҡсаһы ла булыр!

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы стипендиаттарына дәртләндереү түләүҙәрен арттырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ уҡыуҙа, ғилми эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары аспиранттары, студенттары өсөн стипендиялар һаны 235-кә тиклем арттырылды.

Документҡа ярашлы, 2022 йылдың 1 майынан Башҡортостан Башлығының аспиранттарға айлыҡ стипендияһы — 8 050 һум, юғары уҡыу йорттары студенттарына — 6 000 һум, урта махсус уҡыу йорттары студенттарына 4 900 һум була.«Ошо көндәрҙә урта махсус уҡыу йорттары студенттары араһында Башҡортостан Башлығы стипендияһын алыусыларҙы 107-нән 150-гә тиклем арттырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙым. Айлыҡ түләүҙәр суммаһы ике тапҡырҙан ашыуға — 2 300 һумдан 4 900 һумға тиклем арта. Бөгөн урта һөнәри белем биреү системаһы тәжрибәле, квалификациялы остаздарға һәм мастерҙарға мохтаж. Иң яҡшы уҡытыусыларыбыҙға ярҙам ҡулы һуҙырбыҙ. Быйыл уҡытыусыларға, производствоға уҡытыу мастерҙарына гранттар булдырыла. Йыл һайын иң яҡшы 10 уҡытыусыға 600-әр мең һум аҡса бирергә йыйынабыҙ», — тип билдәләне Республика башлығы Радий Хәбиров.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас