-2 °С
Облачно


18-19 февралдә Ауырғазы районында милли көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге ойошторолдо, унда 2008-2009 йылғы үҫмерҙәр көс һынашты.Көсөргәнешле турнирҙа Баймаҡ районы көрәшселәре уңышлы сығыш яһаны.Икенсе Этҡолдан Рамазан Яҡупов (тренерҙары Рауил Арыҫланов һәм Мөнир Яҡупов) майҙан батыры булып танылды һәм турнирҙың чемпионы исеменә лайыҡ булды.Юлыҡтан Нурислам Фәйзуллин һәм Ильяс Дәүләтбаев икенсе-өсөнсө урындарҙы яуланы.Р.Яҡупов Башҡортостан намыҫын Ҡазанда үтәсәк Рәсәй ярыштарында яҡлаясаҡ.
Баймаҡ баһадирҙарын, уларҙың тренерҙарын һәм ошо команданың етәксеһе Илшат Хәмитовты ҙур еңеү менән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла юғарыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ!