Новости
20 Февраля 2022, 12:54

Нияз Салиховҡа - башҡорт тоҡомло ҡолон!

Кисә Иҫке Сибайҙа үткән тамашала Таулыҡай егетенә шәп приз тапшырылды

Нияз Салиховҡа - башҡорт тоҡомло ҡолон!Нияз Салиховҡа - башҡорт тоҡомло ҡолон!
Нияз Салиховҡа - башҡорт тоҡомло ҡолон!

Йәйге осорҙа быҙау-үгеҙҙәрҙе ауыҙлыҡлап елдереп йөрөүсе егеттең видеояҙмалары ҙур популярлыҡ яулағайны.Ул Таулыҡай ауылынан Нияз Салихов булып сыҡты.

Был сос та, ныҡышмал да, тырыш та үҫмерҙе Тай-тулаҡ" спорт байрамына махсус саҡырып, уға ысын арғымаҡ бүләк иттеләр.Алмас Шөгөров етәкселегендәге "Ирәндек" башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса шәфҡәтлелек фонды әҙерләгән башҡорт тоҡомло ҡолондо Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов тапшырҙы."Ошо атты өйрәтеп ал да елдер әйҙә!" - тине ойоштороусылар.

Бындай хәтәр бүләккә кем ҡыуанмаһын инде?!Әлбиттә, Нияз да сикһеҙ шат һәм ул ошондай шәп приз өсөн фонд етәкселегенә ҙур рәхмәтле.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас