+23 °С
Облачно
Киләһе аҙнаның башында Башҡортостандың баш ҡалаһына февраль өсөн аномаль йылы килә, тип борсола синоптиктар. «Гисметео» порталы мәғлүмәтенә ярашлы, дүшәмбе, 21 февралгә, термометр бағанаһы +1 градусҡаса күтәрелә, ә 23 февралдә һауа температураһы көндөҙ +3 градус була.
Өфөлә эш көндәрендә ошондай һауа торошо һаҡлана, ялға ҡарай ғына -2-гә тиклем һалҡынайта. Ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.
Беҙҙең районда ла иртәгәнән -1, 0, хатта +1 -гә тиклем барып етәсәген фаразлай синоптиктар. Ҡыш арынымы әллә әҙгә хәл итергә булдымы - уныһын көнө еткәс беләбеҙ инде.
Г. Салихова.