+17 °С
Облачно


Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының йәкшәмбе баҙарында хаҡтар үҙгәрмәне.Һыйыр итенең килограмын - 350-500, һарыҡ итен 400 һум менән һатып алырға мөмкин ине.Йылҡы ите был юлы булманы.
1,5 литр һөт - 100, ҡатыҡ - 80, 0,5 литр ҡаймаҡ - 250, һыйыр майы - 600, йомортҡа - 100, аҡ эремсек - 150, ҡомалаҡ икмәге - 80-150 һум.Тауыҡ ите - 300, күркәнеке - 450 һум.
Селек һеперткеһе - 50, бер пар миндек - 150 һум.Картуф - 350 һум.Үткән аҙнала күгиҙелдәр сифатлы картуф менән ҡыуандырһа, был юлы иһә алыпһатарҙар Учалыла Әбйәлилдә үҫтерелгәнен тәҡдим итте.