19 февралдә Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында Баяс батыр иҫтәлегенә арналған милли йәйәнән уҡ атыу турниры үтте. Ойоштороусылар сара тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашып түбәндәгеләрҙе һөйләне:
- Иртәнге сәғәт 10-да ауылда -26 С° һыуыҡ ине. Әммә ҡатын-ҡыҙҙар әҙерләгән йылы сәйҙәре көндө йылытып ебәрҙе. Аяҙ матур көндә ярыштар бик күңелле һәм күтәренке кәйефтә барҙы. Ярыш булғас еңеүсеһе була тигәндәй урындар ошолай булды.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1 урын-Мәжитова Ынйыгөл-Ниғәмәт ауылы (33 мәрәй);
2 урын-Сабитова Раушания-Моҡас ауылы (28 мәрәй);
3 урын-Рахманғолова Сәлимә-Баймаҡ ҡалаһы (23 мәрәй).
Ир-егеттәр араһында:
1 урын-Мәжитов Ғәзинур- Ниғәмәт ауылы (61 мәрәй);
2 урын-Аманғолов Яннур- Муллаҡай ауылы(57 мәрәй);
3 урын-Бүләкбаев Динар-Баймаҡ ҡалаһы (55 мәрәй).
"Еңеүгә ынтылыш" номинацияһы менән Байым ауылынан Вәлитов Әхиәр бүләкләнде. "Иң оло ҡатнашыусы" Ниғәмәт ауылынан 67 йәшлек Күсеев Усман булды. Үҙенең дәрте, рухы менән күптәргә үрнәк булырлыҡ олатай👍.
Махсус бүләккә атышҡанда Бүләкбаев Динар менән Сирбаева Лилиә иң мәргәне булып сыҡты.
Бөгөнгө мәргәнлек ярышында яңы уҡсыларҙың ҡатнашыуҙары бик ҡыуаныслы булды.
Бына беҙҙең батырҙарыбыҙ: Иҫәнбаев Нәил, Күсеев Усман, Мырҙағәлина Фәнүзә һәм Аксарова Әлфирә. Уларға ла дәртләндереп уҡ атыу менән шөғөлләнергә кәрәкле бүләктәр тапшырҙыҡ. Артабан да мәргәндәр хәрәкәтендә әүҙем генә ҡатнашырҙар тигән өмөттәбеҙ.
Бөгөнгө мәргәнлектә тик еңеүселәр генә булды тип әйтергә лә була.
Беҙгә ҙур байрам бүләк итеүсе ихлас Түбәнге Яйыҡбай ауылының барлыҡ халҡына, Баймаҡ ҡалаһы һәм районы спорт комитетына, бағымлыҡ күрһәтеүсе Ғәйетҡолов Айҙарға, Йәнтүрин Рәшиткә, Ләйсән Ямғырға , шулай уҡ ярыш урынын ҡарҙан таҙалаусы Ильясов Мирзаға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт!