Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
18 Февраля 2022, 14:14

"Түңәрәк өҫтәл"дә ниндәй мәсьәләләр ҡаралды

Баймаҡ районында уникаль проектты тормошҡа ашырыу күҙаллана

"Түңәрәк өҫтәл"дә ниндәй мәсьәләләр ҡаралды"Түңәрәк өҫтәл"дә ниндәй мәсьәләләр ҡаралды
"Түңәрәк өҫтәл"дә ниндәй мәсьәләләр ҡаралды

Бөгөн Иҫке Сибай ауылында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Рәсих Хәмитов етәкселегендә "Түңәрәк өҫтәл" ойошторолоп, унда районда Башҡортостанда иғлан ителгән "Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы" йылында һәм "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә башҡарыласаҡ саралар буйынса фекер алышыу булды.Уның эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының социаль-иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комиссия координаторы Рәшит Шәйҙуллин, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ришат Ишембәтов, "Ирәндек" фондын ойоштороусы Алмас Шөгөров, фонд директоры Айнур Ишмөхәмәтов, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Айнур Кәримов, Ирек Абдуллин, Сибай, Моҡас, Ишмөхәмәт, Татлыбай ауыл биләмәләре башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.

Рәсих Әғзәм улы үҙенең сығышында "Айыҡ ауыл" республика конкурсында әүҙем ҡатнашыу, маҡсатлы саралар үткәреү, Башҡортостандың тәбиғәт ресурстарына арналған халыҡ-ара ғилми-практик конференцияға әҙерлек тураһында һөйләне.Ришат Вәкил улы иһә "Айыҡ ауыл" конкурсының муниципаль

этабына туҡталды, уның үҙенсәлектәре тураһында бәйән итте.Билдәле булыуынса, был конкурста Иҫке Сибай ауылы еңеп сыҡты һәм ул район намыҫын яҡлаясаҡ.Ҡор башы ауыл халҡы алдында торған бурыстарҙы билдәләне, конкурста еңеүҙәренә ышаныс белдерҙе.

Рәшит Рифҡәт улы һабантуйҙар үткәргән ваҡытта этник зона ойоштороу концепты тураһында һөйләне, Башҡортостанда, атап әйткәндә, беҙҙең районда "Урал иле" исемле ярыш ойоштороу тәҡдимен индерҙе.Яңы проектта төп ролде "Ирәндек" фонды уйнаясаҡ.

"Ирәндек" фонды етәкселәре Алмас Шәфҡәт улы һәм Айнур Ғүмәр улы уникаль проект тәҡдим итте.Районда "Башҡорт ауылы" проекты булдырып, уны туризм йүнәлешендә үҫтерергә тәҡдим итте улар. Ул Ғәҙелша шарлауығын, Ирәндек тауҙарын, Талҡаҫ күлен һәм башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларын үҙ эсенә алып, туристик маршруттар булдырыу, таң саңғыһында шыуыу өсөн шарттар, канат юлы булдырыуҙы күҙ уңында тота.Әлбиттә, туристарға башҡорт тирмәһен, аш-һыуын, шөғөлөн, кәсептәрен, башҡорт атын күрһәтеү мөһим.Был проектты уңышлы тормошҡа ашырыу туристарҙы үҙенә йәлеп итәсәк.Әммә бының өсөн, тип иҫәпләй, фонд етәкселәре, проект республика кимәлендә яҡлау табырға тейеш.

Кәңәшмәлә сығыш яһап, Сибай ауыл биләмәһе башлығы Сибай Утарбаев төбәктең потенциалы ҙур булыуын билдәләне, "Айыҡ ауыл" сиктәрендә ауылда маҡсатлы эштәр алып барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас