Һаҡмар
+28 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
15 Февраля 2022, 13:26

Күгиҙелдәр барыһына ла үрнәк күрһәтте

Ауыл халҡы районда беренсе булып 2022 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһына старт бирҙе

Күгиҙелдәр барыһына ла үрнәк күрһәттеКүгиҙелдәр барыһына ла үрнәк күрһәтте
Күгиҙелдәр барыһына ла үрнәк күрһәтте

Бөгөн Күгиҙел ауылында 2022 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса кампания старт алды."Һаҡмар"һыҙ донъя йәмһеҙ" тип аталған шәп сараны ауыл китапханасыһы Әлиә Дауытбаева ойошторҙо һәм Альбина Нарынбаева менән алып барҙы.

Кисәлә Билал ауыл биләмәһе башлығы Илдар Саптаров, ауыл старостаһы Марат Дауытбаев, ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Сания Маннапова сығыш яһап, йәмғиәттә матбуғаттың роле ҙур булыуын билдәләне, "Һаҡмар" гәзитенең район тормошондағы әһәмиәтен юғары баһаланы."Ынйылар" фольклор төркөмө, "Ағинәйҙәр" ҡоро ағзалары таҡмаҡтары, йырҙары менән барыһының да күңелен әсир итте.Билдәле гармунсы һәм йырсы Әхәт Урмантаевтың сығышы һәммәһен дә хайран итте.

Барлығы 30 кеше район баҫмаһына яҙылып, Билал ауыл биләмәһе, "Һаҡмар" гәзите әҙерләгән бүләктәрҙе отоп ҡыуанды.

Афарин, күгиҙелдәр!Башҡа ауылдар ҙа һеҙҙән үрнәк алһын, район баҫмаһы менән дуҫлығын өҙмәһен ине.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас