+16 °С
Дождь


Башҡортостан Мосолмандарының Диниә назараты үҙенең ултырышында бик тә мөһим теманы күтәреп сыҡты.Баш мөфтөй Айнур Бирғәлин ғаилә комитеты булдырыу тураһында белдерҙе.Был комитет балаларҙы тәрбиәләү, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнәсәк.Уның әйтеүенсә, бөгөн ир-егеттәр ғаиләнән китә, балалары тураһында хәстәрлек күрмәй.Балалар атайһыҙ үҫә.Тулы ғаиләләрҙә лә ата-әсәләр эштән бушамай, балаларға тәрбиә етешмәй.Ошоно күҙ уңында тотоп, яңы комитет спорт, мәҙәни һәм патриотик секциялар аса.Ауыр финанс хәлендә ҡалған ғаиләләргә аҡсалата ярҙам да күрһәтеләсәк.