Новости
15 Февраля 2022, 16:22

Абруйлы ағинәйгә - 90 йәш!

Күгиҙел ауылынан Зифа Рамазанова үҙенең ғүмер байрамын билдәләй

Добавить в предпочтительные источники Google
Абруйлы ағинәйгә - 90 йәш!Абруйлы ағинәйгә - 90 йәш!
Абруйлы ағинәйгә - 90 йәш!

Бөгөн Күгиҙел ауылының абруйлы ағинәйе, барлыҡ тормош юлын намыҫлы хеҙмәткә арнаған, оло ихтирам ҡаҙанған Зифа Хажмөхәмәт ҡыҙы Рамазанова 90 йәшлек юбилейын билдәләне.Уны был ғүмер байрамы менән Билал ауыл биләмәһе башлығы Илдар Саптаров, ауыл старостаһы Марат Дауытбаев, "Ағинәйҙәр" ҡоро рәйесе Сания Маннапова, китапханасы Әлиә Дауытбаева ҡотланы, бүләктәр тапшырҙы.

Зифа Хажмөхәмәт ҡыҙы тормоштоң ауырлыҡтарын күп татыған, әммә бер ҡасан да бөгөлөп төшмәгән арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе.Ул бар ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә арнай - совхозда эшләй, клубта йыйыштырыусы була.Тормош иптәше Әйүп Әбүзәр улы менән 4 ул һәм 2 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.

Бөгөн ағинәй улы Вәкил һәм килене Алсыу тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә, балаларына рәхмәтле булып йәшәй.Зифа Хажмөхәмәт ҡыҙы кеүек ағинәйҙәр ауылдарыбыҙ ҡото һәм ғорурлығы ул!

Автор:Азамат Мухаметшин