

Баймаҡта үткән ауыл хужалығы йәрминкәләрендә, йәкшәмбе баҙарында Һәмәндән Бүләк менән Йәҙгәр Күсәрбаевтар ҡала халҡын сифатлы продукцияһы менән ҡыуандыра.
Бүләк Мөхәмәтғәле ҡыҙы һәм Йәҙгәр Булат улы Күсәрбаевтарҙы Билал ауыл биләмәһендә уңған, бөтмөр ғаилә булараҡ яҡшы беләләр.Улар шәхси хужалыҡты маҡсатлы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай.Етештерелгән продукцияны улар йәрминкәләргә, баҙарға һатыуға алып сыға.Хужабикә һөт ризыҡтары менән сауҙа итһә, ғаилә башлығы иһә мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, боланут сәйе (иван-чай), балан, гөлйемеш кеүек файҙалы үләндәр, селек һеперткеһе һәм башҡаһын тәҡдим итә.Ғөмүмән, тырышып донъя көтөү һәм аҡса эшләү юлдарын улар яҡшы белә.
Күсәрбаевтар кеүек уңған ғаиләләр арабыҙҙа күберәк булһын!