Новости
11 Февраля 2022, 03:40

Буран сыға

Ялда ла көслө ҡар көтөлә

Респубоика синоптиктары буран-ҡарҙы бөгөнгө кистән фаразлаһа ла, беҙҙә ул кисә төнөн үк башланды. Шулай итеп, 11 февралгә ҡарай төндә республикала ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы, тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе көтөлә.

«Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Көндөҙ атмосфера күренештәре көсһөҙләнә.

Ял көндәрендә күпселек райондарҙа бер аҙ ҡар яуа. Республиканың көньяғында һауа шарттарының боҙолоуы – ҡар яуыуы, юлдарға урыны менән көрт һалыуы көтөлә», – тип хәбәр итте Башгидрометүҙәк синоптиктары.

Температура төндә -8,-13, аяҙытҡанда -15,-20, көндөҙ -3,-8, урыны менән -13 градус була.

Буран сыға
Буран сыға
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас