+21 °С
Дождь
Ҡар яуһа - баймаҡтар ҡыуана ғына! Тимәк, ҡоролоҡ булмаясағына өмөт бар! Ә инде көрткә бата-сума йөрөмәҫ өсөн баймаҡтар өмәгә сыға.
Шулай итеп, бөгөн ҡалала һәм районда "Ҡар шәмбеһе" акцияһы уҙҙы. Уның барышында биналар эргәһе ҡарҙан таҙартылды, тротуарҙар асылды. "Ҡар шәмбеһе" - ул тирә-яҡты таҙартыу ғына түгел, ә физик сынығыу, сәләмәтлекте нығытыу өсөн дә бик шәп.
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев:
-Ҡарҙы таҙартыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт!-тине.