Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
10 Февраля 2022, 05:25

Яҡташ спортсылар һынатмай

Өфө шорт-трексыһы - өсөнсө! Уны Республика Башлығы ҡотланы

Өфө шорт-трексыһы Семен Елистратов Пекиндағы Олимпия уйындарында 1500 метр дистанцияла бронза миҙал яуланы. Ул Рәсәйҙең йыйылма командаһына ун беренсе миҙал килтерҙе.

«Беҙҙең Семен Елистратов Пекинда шорт-трек буйынса 1500 метр дистанцияла бронза алды! Семенды, барыһын да ҡотлайым!» — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Алтын наградаға — Көньяҡ Кореянан Хван Дэ Хон, көмөш миҙалға Канаданан Стивен Дюбуа лайыҡ булды.

Семен Елистратов — 2014 йылда эстафетала олимпия чемпионы, 2018 йылғы Олимпия уйындарында бронза призёр, 2015 йылда донъя чемпионы, донъя чемпионаттарында ике тапҡыр көмөш призёр, донъя чемпионаттарында биш тапҡыр бронза призёр; күп тапҡыр Европа чемпионы; 1000 метрлыҡ дистанцияла Донъя кубогын яуланы. Семёндың карьераһында был — дүртенсе Олимпиада.

Яҡташ спортсылар һынатмай
Яҡташ спортсылар һынатмай
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас