Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
10 Февраля 2022, 15:36

Изгелектең юҡтыр сиктәре

Район халҡына аҙыҡ-түлек йыйылмаһы таратыла

Изгелектең юҡтыр сиктәреИзгелектең юҡтыр сиктәре
Изгелектең юҡтыр сиктәре

Pepsico фонды һәм "Русь" аҙыҡ-түлек фонды былтыр декабрь айында Рәсәйҙә ҙур шәфҡәтлелек акцияһы башлап ебәргәйне.Улар пандемиянан ныҡ зыян күргән ил халҡының айырым категорияларына аҙыҡ-түлек йыйылмаһы таратыуҙы үҙ иңенә алды.Ошо көндәрҙә гуманитар ярҙам Баймаҡ районына ла килеп етте.Ошо көндәрҙә 15 төрҙән торған аҙыҡ-түлек йыйылмаһы район ауылдарында йәшәүселәргә таратыла башланы.Малдары йоғошло төйөрлө дерматиттан зыян күргән Беренсе Төркмән һәм Урғаҙа ауылдары ла ярҙамдан ситтә ҡалманы.Төркмәндә барлығы 163 йорт-ихата аҙыҡ-түлек алып ҡыуанды.Ауыл башлығы Нияз Атанғолов әйтеүенсә, инвалид бала тәрбиәләгән 7 ғаиләгә лә биреләсәк."Малдар ҡазаланғас, Башҡортостан Хөкүмәте, район хакимиәте беҙҙең хаҡта даими хәстәрлек күрҙе, - ти Мөнирә Атанғолова.-Хәҙер килеп "Русь" фонды аша ошондай ярҙам алып ҡыуандыҡ.Бының өсөн уларҙың барыһына ла ауыл халҡы исеменән оло рәхмәтемде белдерәм.Изгелек ерҙә ятып ҡалмай".

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас