-3 °С
Облачно


19 февралдә Иҫке Сибай ауылында республика кимәлендә тәүләп уникаль конкурс - "Тай-тулаҡ" бәйгеһе үтәсәк.Уны Алмас Шөгөров етәкләгән "Ирәндек" башҡорт тоҡомло йылҡыны һаҡлау һәм үҫтереү буйынса шәфҡәтлелек фонды ойоштора.Конкурста аҫау атты менгегә өйрәтеү буйынса көс һынашасаҡтар.Бәйге Рәсәйҙең Ватан һуғышында еңеүенең 210 йыллығына арнала һәм "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә үтә.
Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының "Бәхетнамә" тапшырыуында үтәсәк ошо конкурс тураһында һөйләшеү булды.Тапшырыуҙа Алмас Шөгөров, башҡорт тоҡомло йылҡы буйынса белгес Әкрәм Хөсәйенов, Сибай ауыл биләмәһе башлығы Сибай Утарбаев, Темәс музейы директоры Айҙар Мәжитов ҡатнашты.