+17 °С
Облачно
Сочиҙа ике алтын олимпия миҙалынан һуң Рәсәй сноубордсыһы Виктор Уайлд Пекиндағы Уйындарҙа «бронза» алды. Спортсы Рәсәй Олимпия комитеты командаһы өсөн һигеҙенсе миҙал яуланы. Уайлд хис-тойғоларын тыя алмай, күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Бынан алда ул журналистарға спорт карьераһын тамамлауы хаҡында хәбәр иткәйне.
Әлеге ваҡытта рәсәйҙәр, Ҡытай һәм Швеция йыйылма командаларынан ҡалышып, дөйөм иҫәптә өсөнсө баҫҡысты биләй.