+14 °С
Облачно
Ата-әсә балаһы өсөн барыһына әҙер. Салауат ҡалаһында йәшәгән ир ҙә шундайҙарҙың береһе. Ике йыл элек ул үҫмер ҡыҙына "был малай менән башҡа дуҫлашмайһың!" тигән була. Тик ошо ваҡыт үткәс атаһы ҡыҙының ул егет менән һаман осрашыуын белеп ҡала. Ата кеше үҫмерҙе тотоп, бер-икене һуғып, ҡулдарын бығаулап машинаға һала һәм егеттең йортона алып китә. Унда уны малайҙың атаһы ҡаршы ала һәм үҙ-ара талаш китә.
Ата кеше ҡыҙының был үҫмер түгел, ә икенсе егет менән осраша башлауын һуңынан ғына белә. Ҡыҙ атаһы был егете менән дә йөрөргә рөхсәт итмәҫ тип барыһын да йәшергән була.
Ата кешене 5 йылға иркенән шартлы рәүештә мәхрүм итеү һәм 50 мең һум штраф көтә.
Гүзәл Иҫәнгилдина.