Ауылда халыҡ берҙәм булһа, тормош та алға бара, төрлө бәлә-ҡазаларҙы ла кисереүе еңелерәк. Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Юлдаш Раев янғынды һүндерергә ярҙам иткән ауылдаштарына мөрәжәғәт иттте.
Бөгөн төндә сәғәт 2:28 Тыныслыҡ урамы, 7 адресы буйынса Лилиә Гальфауроваларҙың мунсаһы яна тигән хәбәр алынды. Пожар тағылмаһы менән ауыл старостаһы Фәнил Вәлитов һәм Рәмил Азаматов 15 минут эсендә билдәле урынға барып етте. Пожарҙы ауылдаштарҙың, егеттәрҙең, депутаттарҙың етеҙлеге һәм берҙәмлеге арҡаһында тиҙ арала һүндереүгә өлгәштек. Пожарҙы һүндереүҙә ҡатнашҡан депутаттар Гөлфиә Вәкил ҡыҙына, Земфира Хөсәйен ҡыҙына, Фәриғә Аҡназар ҡыҙына һәм ауылдаштарыбыҙ Илфат Рафиҡ улына, Гөлсөм Әғләм ҡыҙына, Илнур Сәфәр улына, Хәбир Әмир улына, Әсҡәт Ғәбдрәшит улына һәм Хәсән Тимербулат улына тағы ла кемдәр пожар һүндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан, барығыҙға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Һеҙҙең арҡала ҙур ҡазанан ҡотолдоҡ. Артабан да берҙәм, уяу, етеҙ булып ҡалайыҡ!!!