

Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалы, башҡа күп наградалар кавалеры Айҙар Рәйес улы Мәжитов үҙенең ғүмер байрамын билдәләй.
Айҙар Рәйес улын беҙ үҙ иленең, еренең, халҡының ысын патриоты, илһөйәр һәм телһөйәр кеше, башҡорт милләтен бөтә донъяға танытыу өсөн күп көс һалған аҫыл ир-егеттәрҙең береһе булараҡ беләбеҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.Үҙ эшенең ысын оҫтаһы, республика кимәлендә билдәле тарихсы-реконструктор, тарихыбыҙҙы матбуғат биттәрендә даими сағылдырған хәбәрсе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре ул.
Бөгөн дә ул үҙ асылына тоғро ҡалып, милләт, ил, тыуған төйәк мәнфәғәттәре менән янып йәшәй һәм эшләй.Артабан да рухи көс, дәрт һәм илһам, ныҡлы һаулыҡ, яңы ҡаҙаныштар һиңә, арҙаҡлы замандаш!