Новости
1 Февраля 2022, 15:47

"Ирәндек" фонды шәп тамашаға саҡыра!

Иҫке Сибайҙа атты менгегә өйрәтеү буйынса "Тай-тулаҡ" конкурсы үтәсәк

"Ирәндек" фонды шәп тамашаға саҡыра!"Ирәндек" фонды шәп тамашаға саҡыра!
"Ирәндек" фонды шәп тамашаға саҡыра!

19 февралдә Иҫке Сибайҙа атты менгегә өйрәтеүселәрҙең "Тай-тулаҡ" исемле конкурсы үтә.Уны "Ирәндек" башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса шәфҡәтлелек фонды (рәйесе Алмас Шөгөров) ойоштора.Башҡортостанда тәүге тапҡыр үткәреләсәк был ярыш Рәсәйҙең 1812 йылдағы Ватан һуғышында еңеүенең 210 йыллығына арнала һәм "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә үтә.

-Тарихтан билдәле булыуынса, Ватан һуғышында еңеүгә башҡорт атлылары тос өлөш индерә, француздар уларҙы "төньяҡ амурҙары" тип тә атай, - ти Алмас Шәфҡәт улы.-Наполеон менән һуғышта 28 башҡорт полкы ҡатнаша, улар үҙҙәрен ысын ҡаһармандар итеп таныта.Үткәреләсәк конкурс башҡорт атлыларына һәм башҡорт тоҡомло аттарға дан һәм мәҙхиә йырлау, бай тарихыбыҙға хөрмәт күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя ла инде.

Конкурс шарттарына ярашлы, командаға (2 ярҙамсы һәм 1 атҡа һыбай менеүсе) 15 минут эсендә быға ҡәҙәр менгегә өйрәтелмәгән атты ҡороҡларға һәм уға һыбай менергә кәрәк.Атта мөмкин тиклем оҙағыраҡ һыбай йөрөү төп шарттарҙың береһе булып һанала.

3 призлы урын билдәләнә, еңеүселәргә аҡсалата премиялар тапшырыласаҡ. 

Һорауҙар менән конкурсты ойоштороусы Алмас Шөгөровҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк, тел.: 89373333805

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас