

Сибай ҡалаһының "ЗауралПолиграфия" цехында Бәхтигәрәй ауылы уҙаманы Әбделмәлик Ишморатов тураһында китап донъя күрҙе.Уның авторы - Ҡолсора ауылынан хеҙмәт ветераны, 6 китап авторы Салауат Мөхәмәтшин.Техник мөхәррире - Мөхәмәт Базиков.
Әбделмәлик Дәүләткилде улы барлыҡ ғүмерен тыуған төйәген үҫтереүгә арнай, фиҙаҡәр хеҙмәте менән хаҡлы абруй ҡаҙана."Таналыҡ" колхозының ҡайһы ғына производство участкаһында эшләмәһен, ул иңенә йөкмәтелгән һәр бурысты намыҫлы атҡара, хужалыҡ иҡтисадын үҫтереүгә үҙенең тос өлөшөн индерә.Ә.Д.Ишморатов менән ауылдаштары хаҡлы рәүештә ғорурлана, белгестәр һәм етәкселәр ҙә уны үҙ эшенең ысын оҫтаһы булараҡ билдәләй.
86 йәшлек арҙаҡлы уҙаман бөгөн дә гөрләтеп донъя көтә, күптәргә үрнәк булып тора.Әбделмәлик Ишморатовтың ғүмер юлы йәш быуынға ысын өлгө ул.