

Сыңғыҙ ауылы халҡыбыҙға арҙаҡлы шәхестәр биргән.Атаҡлы композитор Хөсәйен Әхмәтов, данлыҡлы Туйсиндар ғаиләһе, танылған тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров, бейеү алиһәһе Рәшиҙә Туйсина менән баймаҡтар ғына түгел, бөтөн республика хаҡлы ғорурлана.Бөгөн билдәле шағир һәм йырсы булып танылған Фәнис Сирбаев та, һис шикһеҙ, ошо исемлекте тулыландыра.
Фәнис Сирбаевты беҙ үҙенсәлекле, төртмә телле, тура һүҙле, тос фекерле шағир булараҡ беләбеҙ.Минеңсә, уның әҫәрҙәре берәүҙенекенә лә оҡшаш түгел, кемгәлер яраҡлашмаған һәм ҡалыплашмаған.Һәр шиғырында уға ғына хас тос фекер ярылып ята, уларҙың барыһы ла уҡыусыһын үҙенә ҡарата, уйланырға мәжбүр итә.Сибай концерт-театр берекмәһенең ижад буйынса директор урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, композитор Рәмил Туйсин бына нимә ти: "Фәнис Сирбаевты мин Ш.Бабич, Р.Ғарипов, Р.Назаров, Назар Нәжми кеүек атаҡлы шағирҙарҙың рәтенә ҡуйыр инем.Билдәле шағир Буранбай Исҡужиндың мәктәбен үткән, унан күп кәңәштәр алған әҙип тип әйтә алам.Фәнис - шиғриәттә ирекле ҡош кеүек, ул берәүгә лә ялағайланмай, уға бер ниндәй ҙә кәртә юҡ, кемгәлер ярайым тип яҙмай.Ана шуға ла әҫәрҙәре тәбиғи булыуы, фекер азатлығы менән айырылып тора.Һәр шиғырында тәрән фекер ярылып ята.Тура һүҙле булыуы ижадында ла сағыла".
Фәнис Сирбаев - үҙенсәлекле моң эйәһе лә.Уны тәүләп сәхнәгә Рәмил Туйсин әҙерләп сығара."Юлдаш йыры" республика конкурсында ҡатнашып, 2-се урынды яулай. Бөгөн дә беҙ Фәнис Сирбаевтың моңло йырҙарын тыңлап ҡыуанабыҙ.
Тыуған көнөң менән, шиғыр һәм моң оҫтаһы!Ижади ҡаҙаныштар теләйбеҙ һиңә, яҡташ!