Новости
29 Января 2022, 09:50

Эттәр йыртҡысҡа әйләнә

Уларҙың һөжүменән нисек ҡотолорға?

Урамда берәҙәк эттәрҙең күбәйеүе күҙәтелә. Былтыр Учалы районында, быйыл Забайкальела эттәр балаларҙы өҙгөсләп, талап үлтерҙе. Хайуандарҙы яҡлаған закон ҡабул иткәндән һуң, уларҙы тоталар, стерилләйҙәр, бирка (чип) ҡуйып сығарып ебәрәләр. Тик был кешеләрҙе уларҙың ташланыуынан ҡотҡармай. Этте өйрәтеүселәр улар ташланғанда ҡасмаҫҡа, ҡулдапҙы болғамаҫҡа, ергә ятып, ҡулдар менән башты ҡапларға ҡушалар. Тик бындай ваҡытта ҡурҡмай, һалҡын ҡанлы булып ҡалып буламы икән? Бигерәк тә кескәй балалар? Шуға күрә һаҡланыу саралары тураһында уйланырға, балаларҙы һаҡларға кәрәк. Видеола ошо аҙнала Өфөлә булған хәл. Тик ир кешенең килеп сығыуы ғына баланы фажиғәнән алып ҡалды. Хәҙер был хәл буйынса тикшереү эштәре бара. 

Гүзәл Иҫәнгилдина.  

Эттәр йыртҡысҡа әйләнә
Эттәр йыртҡысҡа әйләнә
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас