Новости
27 Января 2022, 06:30

Ҡыйыҡ ремонтланасаҡ

Түбәләр өс мәсьәләне ҡараны

Түбә ауылы халҡы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһынла ҡатнашырға хәл итте. Бының өсөн кешеләрҙән онлайн һорау алыу сараһы үткәрелде. Түбәләр мәктәптең беренсе ҡатын, хоккей-спорт майҙансығын төҙөкләндереү һәм мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын ремонтлау мәсьәләләрен күтәреп сыҡты. Һәр проект өсөн айырым тауыш бирелде. Һөҙөмтәлә, мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын ремонтларға хәл ителде.

Ҡыйыҡ ремонтланасаҡ
Ҡыйыҡ ремонтланасаҡ
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас